Ғилмияза.
Башҡорт халыҡ йыры.
Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,
Урал тауы буйлап, көн битләп.
Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп.
Алыҫ ерҙән балҡып, ай күренгән
Урал микән, әллә көн микән?
Сит илдәрҙә уҙған ғүмеремдең
Бер көндәре әллә йыл микән.
Борон заманда хәҙерге Баймаҡ районының Таһир ауылында Исмәғил ҡарттың Ғилмияза исемле ҡыҙы булған. Шул ҡыҙҙы, еләк йыя барған еренән, атаһына үсле Ҡыҙырас исемле бер ауылдашы ялан яғы кешеләренә һатып ебәргән.Ҡыҙын эҙләп тә таба алмаған атай кеше күп илауҙан тома һуҡыр ҡалған.
Арыу уҡ ваҡыт үткәс, Садиҡ исемле бер егет Ғилмияза йәшәгән ауыл аша үтеп барған һәм моңло йыр ишетеп туҡтай ҡуйған. Баҡһаң, Ғилмияза шулай һағыштарын йырға һалған икән. Садиҡ
ҡайтҡас Исмәғил ҡартҡа ҡыҙының иҫәнлеген аңғарта. Ҡарт егеттән ҡыҙын алып ҡайтыуҙы үтенә. Егет оло кешенең үтенесен кире ҡаҡмай. Ғилмиязаға ,шулай итеп, егерме биш йылдан һуң ғына тыуған яҡтарына ҡайтырға насип була.
#музыка@i_bashkirka